Матур үтһен ялығыҙ
10 Октябрь 2020, 10:30

Төшкө ашҡа - быҡтырылған тауыҡ ите

Беҙгә тауыҡ ите, кәбеҫтә, бер баш һуған, кишер, помидор, болгар боросо, һарымһаҡ, йогурт, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.

Быҡтырылған тауыҡ итен әҙерләү өсөн ярты кило тауыҡ ите, 300 грамм кәбеҫтә, бер баш һуған, уртаса ҙурлыҡта бер-ике кишер, бер-ике помидор, бер-ике болгар боросо, бер-ике теш һарымһаҡ, 100 миллилитр йогурт, тоҙ, борос кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ итен тоҙлап, борослап, йогурт менән буяп, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп, кишерҙе, боросто, помидорҙы оҙонсалап киҫәбеҙ.
Артабан формаға ҡатлап һалабыҙ. Беренсе ҡатына һуған, икенсеһенә кишер, кәбеҫтә, һарымһаҡ, борос, помидор һалабыҙ ҙа, өҫтөнә тауыҡ итен теҙәбеҙ.
Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, бер сәғәт бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: artfile.ru
Читайте нас