Ял табынығыҙҙы ниндәй ризыҡтар биҙәй, дуҫтар? Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кәйефегеҙ байрамса булһын!
200 грамм һыйыр ите, бер ҡыҙыл һуған, бер ҡыяр, ике йомортҡа, ҡыҙыл кәбеҫтә, гәрсис, ҡаймаҡ, әнис алабыҙ.
Тәүҙә итте, йомортҡаларҙы бешереп турайбыҙ. Шунан һуғанды түңәрәкләп киҫәбеҙ, кәбеҫтәне, әнисте ваҡлайбыҙ.
Артабан гәрсис менән ҡаймаҡты бергә ҡушып, бар булған ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ. Салат әҙер.