Салауат районында байрам саралары файҙалы һәм күңелле үтте.
Тантаналы өлөштә район хакимиәте етәксеһе Марс Кашапов, Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов һәм район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов халыҡты байрам менән ҡотланы, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәренә наградалар, күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды.
Байрам көнөндә йәнә шундай иҫтәлекле ваҡиғалар булды: Мәҙәниәт һәм ял паркы, Яугир-еңеүсегә һәйкәл асылды. Тантаналы митингта отставкалағы полковник Ш.Ш. Вәлиев, "Салауат" патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар сығыш яһаны.
Саф һауала, Мәҙәниәт йорто майҙанында уҙған “Сәскә ат, республикам!” тип аталған байрам концертында Өфө ҡунаҡтары ла ҡатнашты.
Сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш популяр йырсылар Раил Өмөтбаев һәм Виктория Бакарди сәхнәлә сығыш яһап, салауаттарҙың күңелен күтәрҙе. Райондың үҙешмәкәр артистары ла, художество коллективтары ла һыр бирмәне. ”Юлдаш” төркөмө, “Шардале”, “Йүрүҙән”, “Сударушка” ансамблдәре тамашасыларҙы сағыу концерт номерҙары менән шатландырҙы.
Фотолар: Салауат районы хакимиәте.