Ошондай печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
150-200 грамм он, ярты сәй ҡалағы сода, бер йомортҡа, 100 грамм аҡ май, бер аш ҡалағы бал, 60 грамм шәкәр, сәй ҡалағының дүрттән бер өлөшө ҡәҙәре ваҡланған имбир һәм дәрсен кәрәк.
Тәүҙә кәстрүлгә аҡ май, тәмләкестәр, шәкәр, бал һалабыҙ ҙа талғын утта иретәбеҙ. Унан сода, йомортҡа, он ҡушып, тағы ла һәйбәтләп болғатып, ҡамыр баҫабыҙ.
Артабан ҡамырҙы бәләкәй генә итеп ҡырҡып, шар формаһында йомарлайбыҙ ҙа, майланған формаға һалып, сәнске менән әҙерәк өҫтөнә баҫабыҙ. Мейесте 190 градусҡа тиклем йылытып, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ.