Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Октябрь 2020, 20:30

Балыҡты нисек тоҙлайһығыҙ?

Ошолай әҙерләгәндә, бик тәмле килеп сыға. Табынығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Ошолай әҙерләгәндә, бик тәмле килеп сыға. Табынығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
Әле скумбрия балығын алайыҡ. Тәүҙә уның башын киҫеп, эсен таҙартып йыуабыҙ. Шунан маринад әҙерләйбеҙ. Уның өсөн бер литр һыуға өс аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, һуған ҡабыҡтары, ике аш ҡалағы ҡоро сәй кәрәк.
Тоҙлоҡ ҡайнап сығып һыуығас, уны балыҡҡа ҡоябыҙ ҙа өс көнгә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ошо ваҡыттан балыҡ әҙер булыр.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: sabyna.ru
Читайте нас: