Туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, йома кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
200 грамм тауыҡ бауыры, бер помидор, бер ҡыҙыл болгар боросо, бер ҡыҙыл һуған, салат япрағы, бер аш ҡалағы лимон һуты, үҫемлек майы, тоҙ, борос кәрәк.
Башта бауырҙы ваҡлап, талғын утта биш минут майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Помидорҙы, һуғанды, әнисте турайбыҙ. Ә болгар боросон йыуып, орлоҡтарынан таҙартып, киҫкеләп, әҙерәк быҡтырып алырға кәрәк. Шунан өс аш ҡалағы үҫемлек майына лимон һуты йәки бер сәй ҡалағы бәлзәмләнгән һеркә, тоҙ, борос ҡушып, бергә һәйбәтләп болғатабыҙ.
Тәрилкәгә салат япрағын йәйеп, помидорҙы, болгар боросон, һуғанды, бауырҙы һалабыҙ ҙа өҫтөнә әҙер ҡатнашманы өҫтәп бутайбыҙ.