Ҡамыр аштары әҙерләнгән йортта бәрәкәт артыр, тиҙәр. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
Ике йомортҡа, ярты сәй ҡалағы тоҙ, бер стакан он, бер стакан кефир, бер сәй ҡалағы сода алабыҙ.
Эслек өсөн: 300 грамм фарш, ике-өс баш башлы һуған, тоҙ, борос.
Тәүҙә кефирҙы сода менән бутап, биш минут ултыртып торабыҙ. Шунан башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, ҡамыр эшләйбеҙ.
Форманы майлап, ҡамырҙың бер өлөшөн һалабыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Фарш менән һуғанға тоҙ, борос, ҡушып бутайбыҙ ҙа ҡамырҙың өҫтөнә һалабыҙ. Ҡалған яртыһы менән ҡаплайбыҙ.
Мейесте 170 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.