Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Октябрь 2020, 01:30

Саҡмағоштарҙы тейендәр һөйөндөрә

Паркка хәҙер алтай тоҡомло алты тейен хужа.

Саҡмағош районы үҙәгендә ял итеү зоналары, арт-объекттар урынлаштырыу буйынса ҙур төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә.
Бер-ике йыл эсендә район үҙәгенең йөҙө үҙгәрҙе: балаларға, үҫмерҙәргә, йәштәргә һәм оло быуын вәкилдәренә тәғәйенләнгән ял урындары булдырылды. Хәҙер ауыл буйлап йәйәү йөрөү өсөн хәүефһеҙ юлдар бар, арып киткәндә ултырып хәл алырға ла мөмкинлек булдырылған.
Төҙөкләндереү эштәренең иң ҙуры – ял паркы. Бында төрлө байрам саралары үткәреү өсөн майҙансыҡтар, балалар өсөн уйын ҡаласығы, велосипедта йөрөү юлдары бар. Йәй буйы бала-саға ла, ата-әсәләр ҙә паркта ял итеп кинәнде. Майҙанды тағы ла йәнләндереү маҡсатында, ошо көндәрҙә бында алты алтай тейене алып килгәндәр. Улар, был йәнлектең башҡа тоҡомдары менән сағыштырғанда, ҙурыраҡ, ҡулға еңелерәк эйәләшә. Урындағы 1-се мәктәп һәм гимназия уҡыусылары тейендәрҙе ҡаршылауға ныҡлы әҙерләнгән. Бер нисә аҙна алдан уларға тип махсус оялар һәм “ашханалар” эшләгәндәр. Тейендәргә иң уңайлыларын һайлап, саҡмағоштарҙы ҡыуандырып йәшәргә генә ҡала.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте сайты.
Читайте нас: