Матур үтһен ялығыҙ
23 Октябрь 2020, 08:42

ЙОНДОҘНАМӘ (26 октябрь – 1 ноябрь)

ҠУҘЫ

Эш урынында көтмәгәндә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Яңы таныштар менән һаҡ булығыҙ, дү­шәмбе алданыу хәүефе ҙур. Аҙна аҙағында балаларығыҙға иғтибар бүлегеҙ.


БУҒА

Яңы һәләтегеҙ асылыр. Йо­ғонтоло кешеләр мөһим эште атҡарып сығырға ярҙам итер. Кесе йомала кисектерә килгән мәсьәлә менән тығыҙ шөғөлләнергә тура килер, моғайын.


ИГЕҘӘКТӘР

Аҙнаның тәүге көндәрендә шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫкенләшеп китмәксе. Сабыр булығыҙ. Осор аҙағында һөнәри уңыштар көтөлә. Мул ғына табыш алыуығыҙ ихтимал.


ҠЫҪАЛА

Эштә лә, шәхси тормошта ла сағыу ваҡиғалар булыр. Икенсе урынға күсергә те­лә­һәгеҙ, дүшәмбенән ҡулай көн тапмаҫ­һығыҙ. Матди йәһәттән дә ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ.


АРЫҪЛАН

Күп эшләргә тура килер. Ке­се йомала финанс мәсьәләһе менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш ителә, аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Ял көндәрендә яҡындарығыҙ менән дорфа булмағыҙ.


ҠЫҘ

Осор коммерция менән шөғөлләнеү, килешеүҙәр төҙөү йәһәтенән уңышлы булмаҡсы. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итә башларға ваҡыт еткәндер, бәлки. Тәүәк­кәл булығыҙ, бер нимәнән дә ҡурҡмағыҙ.


ҮЛСӘҮ

Яңы идеялар, киләсәккә план­дар төҙөү менән булыр­һығыҙ. Алдығыҙҙа киң мөм­кин­лектәр асылыр. Шәхси тормошта ла шатлыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Бер генә кәңәш – аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.


САЯН

Осор башында ҡыҙыҡлы ке­шеләр менән танышыр­һығыҙ, романтик осрашыуҙар ҙа бул­маҡсы. Эштә йөкмәтелгән мөһим бурысты үтәү мөмкинлеге тыуыр. Һаулы­ғығыҙҙы хәстәрләгеҙ, имгәнеү хәүефе бар.


УҠСЫ

Мажараларға, һынауҙарға бай осор. Шаршамбы ара­ла­шыуҙарҙы бер аҙ сикләргә кәңәш ителә. Шәхси мөнәсәбәттәрҙең киҫкен­ләшеүе ихтимал.


ЫЛАҠ

Төп ваҡиғалар һөнәри өлкә­лә булыр. Эш урынында үрлә­теүҙәре ихтимал, тик етәксе­леккә нимәнең ҡулығыҙҙан ки­леүен һәм килмәүен алдан уҡ әйтеп ҡуйығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр аяҡ салырға маташыр, моғайын.


ҺЫУҒОЯР

Ниндәйҙер юридик проблемалар тыуыр, тик борсо­ло­уы­ғыҙ бушҡа булыр, хәл тиҙ арала яйланыр. Шәхси тормо­шоғоҙҙо яйға һалыу өсөн ҡулай осор. Күптәнге дуҫтарығыҙҙың һүҙенә ышанып бармағыҙ.


БАЛЫҠ

Ваҡ-төйәк мәшәҡәт арҡа­һын­да мөһим эш тураһында оно­топ ҡуймағыҙ. Шаршамбы – яңы эшкә урынлашыу өсөн уңышлы көн. Был аҙнала аҙ һөйләп, күберәк эшләргә тырышығыҙ.
Читайте нас