Ошондай ҡабымлыҡ эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Табындарығыҙ мул булһын, ял көндәрегеҙ файҙалы, күңелле үтһен, дуҫтар!
Нәҙек әрмән ләүәше, сыр, колбаса йәки ветчина алабыҙ.
Тәүҙә ләүәште дүртмөйөш формаһындағы өлөштәргә киҫеп сығабыҙ. Сыр менән колбасаны ҡырғыс аша үткәреп, кәрәкһә, помидор өҫтәп, ошо эслекте ләүәштең яртыһына һалабыҙ ҙа икенсе яртыһы менән ҡаплайбыҙ. Майлы табаны утҡа ҡуйып, ризыҡты ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.