Киске табынға ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Еңел генә салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
Биш баклажан, ике болгар боросо, ике баш һуған, биш помидор, бер бәйләм йәшеллек, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос, кунжут, үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә баклажандарҙы йыуып, таҙартып турайбыҙ. Табаға үҫемлек майы һалып, баклажандарҙы, һуғанды, боросто, помидорҙарҙы, йәшеллекте һәйбәтләп ҡыҙҙырабыҙ. Уларға тоҙ, борос, тәмләткесктәр ҡушып бутайбыҙ.