Матур үтһен ялығыҙ
30 Октября 2020, 10:51

ЙОНДОҘНАМӘ (2 – 8 ноябрь)

ҠУҘЫ

Аҙна ярайһы уҡ көсөр­гәнешле булмаҡсы. Һәр эште ваҡытында башҡарырға ты­рышһағыҙ, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. Яҡындарығыҙ менән ара­лашҡанда “аҡыл һатмағыҙ”.


БУҒА

Был аҙнала мул ғына аҡса кеременә өмөт итә алаһығыҙ. Даланығыҙҙы һынап ҡарау өсөн лотерея билеты һатып алырға ла була. 7 ноябрҙә яҡындарығыҙ менән аралашҡанда сабыр булығыҙ.


ИГЕҘӘКТӘР

Осор ыңғай булмаҡсы. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә сағыу ваҡиғалар көтөлә. Эштә лә киң мөмкинлек асыла. Ниһайәт, маҡсатығыҙға өлгәшә алырһығыҙ.


ҠЫҪАЛА

Аҙнаның тәүге көндәрендә эш ҡағыҙҙарын тултырғанда иғтибарлы булығыҙ, хата китеү хәүефе бар. Кәйефегеҙ үҙгәреп торор, сәбәбен үҙегеҙ ҙә аңламаҫһығыҙ. Ял көндәренә барыһы ла яйланыр.


АРЫҪЛАН

Тырыштар был аҙнала карьерала һәм бизнеста уңышҡа өлгәшер. Вазифала үрлә­теүҙәре лә ихтимал. Яңғыҙҙар көтмәгәндә үҙ парын осратып, ғаилә ҡороу хаҡында ныҡлы уйланыр.


ҠЫҘ

Финанс мәсьәләһен ыңғай хәл итеп, өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. Шәмбе шәхси һәм һөнәри тормоштағы күптәнге проблемалар, ниһайәт, яйға һалыныр.


ҮЛСӘҮ

Аҙнаның тәүге яртыһы аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Һөнәри өлкәлә үҫеш мөмкинлеге бар. Ғаиләлеләрҙе ҡыуаныслы ваҡиғалар көтә.


САЯН

Яңғыҙҙарға был аҙнала ғүмерлек юлдашын һайларға тура килер. Һеҙгә бер нисә кеше тәҡдим яһар, моғайын. Һөнәри өлкәлә әллә ни үҙгәрешкә өмөт итмәгеҙ, ә бына эш хаҡын арттырыуҙары ихтимал.


УҠСЫ

Был арала матди хәлегеҙ яҡшырыр. Эш буйынса юлға сығыуығыҙ ҙа ихтимал. 3 ноябрҙә яҡындарығыҙ менән аралашҡанда сабырлыҡ талап ителер, һеҙҙе дөрөҫ аңламауҙары бар.


ЫЛАҠ

Артабанғы тормошоғоҙға ҡағылышлы мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Был йәһәттән башҡаларҙың да фекерен иҫәпкә алһағыҙ ине. Етәкселек менән һүҙгә килешмәгеҙ.


ҺЫУҒОЯР

Аҙна уңышлы булмаҡсы. Һөнәри өлкәлә бер аҙ көсөргә­неш көтөлә, конкурентлыҡ көсәйеп китер. Эшкә тотонор алдынан мөһим ғәмәлдәрҙең исемлеген төҙөгөҙ, юғиһә нимәнелер оноторһоғоҙ.
БАЛЫҠ

Ҡорған пландарығыҙҙың кинәт кенә үҙгәреүе ихтимал. Борсолмағыҙ, был файҙаға ғына булыр. Был арала кемдер һеҙҙең менән ярышырға, аяҡ салырға итә. Бирешмәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ.
Читайте нас