Бының өсөн 300-400 грамм тауыҡ бауыры, ике-өс тоҙло ҡыяр, ике баш һуған, ике кишер, өс йомортҡа, 50 грамм сыр, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, әнис, майонез кәрәк.
Тәүҙә тауыҡ бауырын бешереп, турап ҡатлап һалабыҙ. Икенсе ҡатына эре ҡырғыс аша ҡыярҙы үткәрәбеҙ, өсөнсөһенә - һуған, һарымһаҡ ҡушып ҡыҙҙырылған кишер, дүртенсеһенә - йомортҡа, бишенсеһенә ҡырылған сыр һәм йәшеллек. Һәр бер ҡат һайын майонез һылайбыҙ.