Бының өсөн ярты килограмм бәшмәк, бер әсе борос, өс тырнаҡ һарымһаҡ, өс петрушка ҡыяғы, ике аш ҡалағы лимон, өс аш ҡалағы үҫемлек майы, бер сәй ҡалағы тоҙ кәрәк.
Башта бәшмәктәрҙе йыуабыҙ. Ҙурҙарын бер нисә өлөшкә бүләбеҙ. Һарымһаҡты, боростоң орлоғон алып ташлап, ваҡлап турайбыҙ. Шунан үҫемлек майында борос менән һарымһаҡты бер-ике минут ҡыҙҙырабыҙ ҙа бәшмәкте һалабыҙ. Тоҙ һибеп, ҡапҡасын ябып, 20 минут тирәһе быҡтырабыҙ. Болғап торорға кәрәк. Бешергә биш минут ҡалғас, лимон һуты һәм петрушка ҡушабыҙ.
Бына ризығыбыҙ әҙер ҙә. Ашығыҙ тәмле булһын!