Матур үтһен ялығыҙ
10 Ноябрь 2020, 15:30

Тауыҡ ите менән бәшмәктән

Еңел генә әҙерләнгән туҡлыҡлы, тәмле салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!

Еңел генә әҙерләнгән туҡлыҡлы, тәмле салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!
Уның өсөн бер тауыҡтың түш ите, 200 грамм ҡарама бәшмәге (вещенка), бер ҡыяр, бер баш һуған, ике йомортҡа, майонез, грек сәтләүеге, тоҙ кәрәк.

Тәүҙә тауыҡ итен бешереп, тышынан айырабыҙ, бәшмәкте турап, һуған менән бергә ҡыҙҙырабыҙ. Ҡыярҙы, йомортҡаны ваҡ итеп турайбыҙ. Шунан бөтәһен бергә ҡушып, майонез менән бергә бутайбыҙ. Салат әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: pro100soveti.ru
Читайте нас