Ҡамыр аштары әҙерләнгән йортта бәрәкәт артыр. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Биш йомортҡа, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр, бер стакан он, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс кәрәк.
Йомортҡаға ҡаймаҡ, шәкәр, он, йомшартҡыс ҡушып, тәүҙә ҡамыр эшләйбеҙ. Шунан ҡара көртмәлене ҡушабыҙ. Туң килеш һалырға ла мөмкин. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.