Шаршамбыға тиклем хәүефле эштәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә лә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ, эске тойомлауға таянығыҙ. Өҫтәмә эш йөкмәтеүҙәре ихтимал, көсөгөҙҙө самалағыҙ.
Ҙур ғына әйбер һатып алыуға ихтыяж тыуыр, моғайын. Аҡсағыҙҙы юҡ-барға тәләфләмәгеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә сабырлыҡ талап ителер, айырыуса 21 ноябрҙә.
Был аҙнала бурыс мәсьәләһе менән шөғөлләнерһегеҙ. Эш эҙләгәндәр яңы тәҡдим алыр, әммә өҫтәмә сығымдарға әҙер булығыҙ. Ниндәйҙер яңылыҡ аптырауға һалыр.
Осор шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулай. Йәшерен һәләтегеҙ асылып, башҡаларҙың иғтибары артып китеүе лә ихтимал. Көтмәгәндә юлға сығырһығыҙ, моғайын.
Коммерция эштәре уңышлы булмаҡсы. Хеҙмәттәшлек өсөн киң мөмкинлектәр асылыр. Карьера йәһәтенән үҫешкә өлгәшеүегеҙ ихтимал. Аҙнаның икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ.
Осор осрашыуҙарға, танышыуҙарға бай булмаҡсы. Коммерцияға бәйле күптән борсоған эштә алға китеш һиҙелер. Кәйефегеҙ күтәрелер, көс-ҡеүәтегеҙ артып китер. Сәфәрҙәр уңыш килтерер.
Һәр башланғысығыҙ һөҙөмтә бирер. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һәр ҡарарҙы уйлап ҡабул итергә тырышығыҙ. Аҙна эштәге проблемаларҙы хәл итеү, файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай.
Аҙнаны күтәренке кәйефтә башлап ебәрерһегеҙ. Тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар көтөлә. Һөнәри эшмәкәрлектә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Мул ғына табыш та алырһығыҙ, моғайын.
Юғарыраҡ вазифаға үрләү мөмкинлеге тыуыр. Дүшәмбе үк бер аҙналыҡ план ҡороп ҡуйығыҙ, юғиһә бер нимәгә лә өлгөрә алмаҫһығыҙ. Шаршамбы телегеҙҙе тыйырға кәңәш ителә.
Төп иғтибарығыҙҙы матди мәсьәләләр яулар. Шишәмбе тәүәккәл, әүҙем булығыҙ. Мөһим осрашыуҙан баш тартмағыҙ. Йома етәкселеккә мөрәжәғәт итеүҙе кисектереп тороғоҙ.
Мәлде файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ, ялҡаулыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Был арала иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә йылдам хәл ителер. Тормошоғоҙҙа тамырынан үҙгәрештәр булмаҡсы.
Аҙнаның тәүге көндәрендә иңегеҙгә мөһим бурыс алмай тороғоҙ. Эшлекле һөйләшеүҙәрҙе, ҙур килешеүҙәрҙе, әйбер һатып алыуҙы осор аҙағына ҡалдырырға кәңәш ителә.