Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Ноябрь 2020, 20:30

Рәхим итегеҙ: эремсектән бәлеш

Кискә ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!

Кискә ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Еңел генә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын!
Өс стакан он, ярты стакан шәкәр, 1/4 сәй ҡалағы сода, 100 грамм аҡ май алабыҙ.

Эслек өсөн: ярты килограмм эремсек, ярты стакан шәкәр, өс йомортҡа, бер семтем ванилин.

Тәүҙә аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, аҡ май, шәкәр менән бергә ыуабыҙ. Унан сода өҫтәйбеҙ.

Артабан эремсекте иләк аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр менән бергә туғыйбыҙ. Форманы майлап, ярты ҡамырҙы йәйәбеҙ. Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡушабыҙ. Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: only-food.ru
Читайте нас: