Матур үтһен ялығыҙ
25 Ноябрь 2020, 15:30

Тауыҡ итенән ҡабымлыҡ

Ошондай ризыҡ әҙерләгәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ мул, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Ошондай ризыҡ әҙерләгәнегеҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Ярты килограмм тауыҡ түше, бер баш һуған, бер аш ҡалағы майонез, бер йомортҡа, бер-ике аш ҡалағы он, тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк.

Башта тауыҡтың түш итен ваҡлап турайбыҙ. Һуғанды ваҡлап ҡушабыҙ ҙа тоҙ, борос, тәмләткестәр һалып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йомортҡа, майонез, иң аҙаҡтан он өҫтәйбеҙ.

Шунан табаны йылытып, ҡалаҡлап ҡоймаҡ формаһында һалабыҙ ҙа ике яғын әйләндереп бешерәбеҙ.

Фото: simpleslim.ru
Читайте нас