Еңел генә әҙерләнгән печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табынығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
200 грамм эремсек, 200 грамм аҡ май йәки маргарин, ярты сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер стакан шәкәр алабыҙ.
Тәүҙә эремсек менән майҙы бергә әүәләйбеҙ ҙә, он менән йомшартҡыс ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны полиэтиленға урап 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ҡамырҙы колбаса рәүешендә урап, киҫәктәргә киҫеп, артабан ике-өс миллиметр ҡалынлыҡта йәйеп, шәкәр һибәбеҙ. Ошо шәкәр һибелгән яғын эскә ҡарай урайбыҙ. Шунан тағы ла шәкәргә манып, эскә төрәбеҙ. Өсмөйөш килеп сығырға тейеш. Уның өҫтөнә тағы ла шәкәр һибеп, форманы майлап, мейесте 170-190 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.