Ҡарашығыҙҙы ныҡлы яҡларға тура килер. Аҙна уртаһында үтә лә яуаплы эш көтә. Йома етәкселек менән һөйләшеүҙе кисектереп торорға кәңәш ителә.
Уңышҡа өлгәшеү өсөн нимә теләгәнегеҙҙе аныҡ күҙаллау шарт. Әле бер эшкә, әле икенсеһенә тотоноп, һөҙөмтәгә өлгәшә алмаҫһығыҙ. Кесаҙнала ҡәтғи ҡарар ҡабул итмәҫкә тырышығыҙ. Йома – иң уңышлы көн.
Иң изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Хәл ителмәҫтәй проблемалар артта ҡалғандай тойолор. Кесе йома вазифала үрләтеүҙәре ихтимал, табыш алыу мөмкинлеге бар.
Шишәмбе уңышҡа өмөт итә алаһығыҙ. Был аҙнала билдәләнгән бөтә пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда төртмә телле булмағыҙ.
Етәкселек хеҙмәтегеҙҙе тейешенсә баһалар. Һөнәри һәм финанс хәлегеҙ тотороҡланыр. Эшлекле тәҡдим яһауҙары ихтимал. Күсемһеҙ милеккә бәйле ғәмәлдәрҙә уңыш юлдаш булыр.
Бөтә проблемаларҙы тыныс алымдар менән хәл итергә тырышығыҙ. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күп ваҡытты алыр, тик шуны хәтерҙә тотоғоҙ: ҡайһы бер бөйөк эштәр ваҡ-төйәктән башлана. Яҡындарығыҙҙың ихласлығына шикләнмәгеҙ.
Эш урынында тикшереүҙәре ихтимал, шуға күрә рәсми ҡағыҙҙарҙы тәртипкә килтерегеҙ. Шаршамбы етәкселектән йыраҡ тороу хәйерле. Аҙна аҙағында хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар.
Һуңғы арала борсоған мәсьәлә уңышлы хәл ителер. Эштә әүҙемлегегеҙҙе арттырһағыҙ, мул ғына табыш алыу мөмкинлеге бар. Яҡын кешегеҙ һеҙҙең иғтибарға мохтаж.
Башҡалар артынан ҡыумаҫҡа, һәүетемсә эш итергә тырышығыҙ. Шишәмбе яңы танышлыҡ көтә, киләсәктә был кеше яҡын дуҫығыҙға әйләнер. Шәмбе алдашмағыҙ, ялған шунда уҡ асылыр.
Һөнәри эшмәкәрлек йәнләнеп китер. Башланғыстарығыҙ күптәрҙә хуплау табыр. Шаршамбы һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ, берәүгә лә әйтергә ярамаған серҙе сисеүегеҙ бар. Аҙна аҙағына киләсәккә пландарығыҙҙы барлағыҙ.
Тормошоғоҙҙо үҙгәртергә теләйһегеҙме? Дүшәмбе яҡын кешегеҙ менән ихлас һөйләшеү көтә. Аҙнаның икенсе яртыһы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн ҡулай. Кесаҙнала ниндәйҙер мәсьәләлә буталсыҡ килеп сығыуы бар.
Аҙна буйы кәйефегеҙ шәп булыр. Бер аҙ ял итеп алырға кәңәш ителә. Ижад менән шөғөлләнеү, эште йәки йәшәгән ерҙе алмаштырыу өсөн ҡулай осор. Кесаҙнанан һөнәри үҫеште йәки юғарыраҡ вазифаны хәстәрләргә мөмкин.