Матур үтһен ялығыҙ
7 Декабрь 2020, 15:30

Эремсектән бөйөрөк

Уны күптәр яраталыр. Рецебын иҫкә төшөрәйек. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Уны күптәр яраталыр. Рецебын иҫкә төшөрәйек. Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
300 грамм эремсек, өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы тоҙ, 100 грамм шәкәр, бер сәй ҡалағы сода, үҫемлек майы, 300 грамм он кәрәк.

Башта эремсеккә йомортҡа, тоҙ, сода, шәкәр ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ ҙа әҙерәк май һалабыҙ. Шунан иләнгән ондо ҡушабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ булырға тейеш. Уны йәйгәс, түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Табаға көнбағыш майы ҡойоп йылытабыҙ ҙа, бөйөрөктәрҙе әйләндереп, талғын утта бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: mylove.ru
Читайте нас