Матур үтһен ялығыҙ
11 Декабрь 2020, 15:22

ЙОНДОҘНАМӘ (14 – 20 декабрь)

ҠУҘЫ

Мауығып тотонған шөғөлө­гөҙҙөң мул табыш килтергән ғүмерлек кәсепкә әүерелеүе ихтимал. Ял итергә уйлаһағыҙ, алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.


БУҒА

Яңы торлаҡ йәки сәйәхәт тураһындағы хыялығыҙ ошо арала тормошҡа ашыр. Балалары­ғыҙҙы ҡулда тоторға теләһәгеҙ, тәрбиә мәсьәләләренә иғтибар итегеҙ.


ИГЕҘӘКТӘР

Һәр йәһәттән уңышлы аҙна, айырыуса шәхси мөнәсәбәттәр өлкәһендә. Хис-тойғоларығыҙҙы күрһәтергә тартынмағыҙ. Ниндәй генә эш тәҡдим итмәһендәр, ризалашығыҙ.


ҠЫҪАЛА

Аҙна барышында бер нисә мөһим осрашыу көтөлә. Осор ремонт яһау йәки йәшәгән урынды алмаштырыу өсөн дә ҡулай булмаҡсы. Кредит алырға, сит кешенән аҡсалата ярҙам һорарға тура килер, моғайын.


АРЫҪЛАН

Йыйылып киткән проблема­ларҙы еңел генә яйға һалыр­һығыҙ. Матди хәлегеҙ тотороҡ­ланыр. Эштән китеүҙе һораһалар, борсолмағыҙ – уңыштар башлана ғына!


ҠЫҘ

Аҙна башланғыстарҙың ба­рыһы өсөн дә ҡулай. Балалар сабырлығығыҙҙы һынар, биреш­мәгеҙ. Һаулыҡҡа иғтибар итегеҙ, һалҡын тейеү хәүефе бар.


ҮЛСӘҮ

Һеҙҙең өсөн бөтә ишектәр асыҡ. Яңы эшкә күсһәгеҙ, оҫта­лығығыҙҙы иҫбатлау өсөн ҡулай аҙна. Лотерея билеты һатып алып, уңышты һынап ҡарағыҙ.


САЯН

Карьера өсөн шәп аҙна. Эшегеҙҙә күп ваҡыт үткәрергә тура килһә лә, һөҙөмтәһе ыңғай булыр. Мул табыш алыу мөмкин­ле­ге бар. Яңы эш урыны тәҡдим итеүҙәре ихтимал.


УҠСЫ

“Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” мәҡәленә таянырға кәңәш ителә. Һәр аҙымығыҙҙы үлсәп баҫығыҙ. Яңғыҙҙар осраҡлы кеше менән танышып, ғәҙәттән тыш хәлгә эләгеүе ихтимал.


ЫЛАҠ

Яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә, көйөп-янырға, ҡатмарлы минуттар кисерергә әҙер булығыҙ. Аҙнаның икенсе ярты­һында йондоҙҙар килем вәғәҙә итә. Ял көндәрендә мөһим тәҡдим яһарҙар, унан баш тарта күрмәгеҙ.


ҺЫУҒОЯР

Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Осор карьерала уңыштар, мөхәббәт өлкәһендә еңеүҙәр вәғә­ҙә итә. Тик аҡса мәсьәләһендә генә һаҡ булығыҙ.


БАЛЫҠ

Был осорҙа иң мөһиме – эш. Артыҡ көсөргәнеш менән һау­лығығыҙға зыян килеп ҡуйма­һын. Шәхси тормошта ғаилә ҡороу йәки мөнәсәбәттәрҙе никах менән нығытыу ихтималлығы бар.
Читайте нас