Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Декабрь 2020, 10:50

13 йәшлек малай трицикл эшләгән

Арсен Ҡолбирҙин VII класта белем ала. Бала саҡтан ул техника менән ҡыҙыҡһына.

Арсен Ҡолбирҙин Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылынан. VII класта белем ала. Бала саҡтан уҡ техника менән ҡыҙыҡһына. Атаһы Шамилдан иретеп-йәбештереүгә лә өйрәнә, үҙе лә яйлап төрлө йыһаздар эшләй башлай.
Былтыр, мәҫәлән иретеп-йәбештереп өс тәгәрмәсле велосипед хужаһы була. Уның транспортын күргән тиҫтерҙәре Арсендан шунай уҡ велосипед эшләтеп алалар. Уңайлығы ни тора: арбаһы ла бар. Кәрәк икән, бесәнгә йә балыҡҡа барырға була.
Әммә Арсенды был велосипедтың тиҙлеге ҡәнәғәтләндермәй. Интернет селтәренән трицикл тигән мотоциклды күреп, шуны эшләргә булып китә. Был матайҙың да төҙөлөшө өс тәгәрмәсле. Кәрәкле деталдәр туплау, схемаһын өйрәнеүгә бер йыл самаһы ваҡыт китһә лә, трициклды Арсен атаһы ярҙамы менән ике айҙа эшләп ҡуя.
- Трицикл тиҙлекте 30-40 километрға тиклем үҫтерә алһа ла, беҙ улыбыҙға 20 километрҙан арттырырға рөхсәт итмәйбеҙ. Трицикл уға бесәнгә йөрөргә һәм ҡайһы саҡта кибеткә барып килер өсөн кәрәк. Техниканы эш өсөн генә ҡулланабыҙ тип һөйләшеп ҡуйғанбыҙ, - ти йәш Кулибиндың әсәһе Нәркәс.
Арсен иһә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауын әле әйтә алмай. Шулай ҙа шөғөлө техника менән бәйле булыры көн кеүек асыҡ.
Читайте нас: