Балыҡ, бәшмәк һәм йәшелсәләрҙән ошондай ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Йома кисегеҙ йәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
Бының өсөн бер ҡап вафли йәймәһе, 200 грамм сельд балығы, 300 грамм шампиньон бәшмәге, ике баш һуған, 300 грамм кишер, сыр, майонез, бер бәйләм йәшеллек кәрәк.
Тәүҙә балыҡты һөйәгенән айырабыҙ ҙа блендер аша үткәрәбеҙ. Унда шулай уҡ һуғанды, кишерҙе, бәшмәкте ваҡлайбыҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
Шунан ҡатламаны йыя башлайбыҙ. Беренсе вафли йәймәһенә балыҡлы һуған ҡатнашмаһы, майонез һылайбыҙ ҙа икенсе корж менән ҡаплайбыҙ. Уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған бәшмәк менән һуған, майонез, өсөнсө йәймә өҫтөнә кишер, майонез һалабыҙ. Ошо ҡатламдарҙы ике мәртәбә ҡабатлайбыҙ. Иң өҫкә ҡырылған сыр һибәбеҙ, йәшеллек менән биҙәп, ике-өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.