Матур үтһен ялығыҙ
21 Декабрь 2020, 14:00

Тележурналистан – Яңы йыл өҫтәленә үҙенсәлекле салат

Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рәмзиә Кәримова Яңы йыл байрамына бәйле фекерҙәре һәм "Көнбағыш" тип аталған салат рецебы менән уртаҡлашты.

“Йорт үпкәләй тигәнгә ышанаһығыҙмы? Ә мин ышанам. Шуға күрә йыл менән йыл алмашынған сихри һәм мөғжизәле мәлдә өйөмдө етемһерәтеп ташлап, бер ҡайҙа ла сыҡҡаным юҡ. Икенсенән, йылды нисек ҡаршылайһың, шулай уҙа тиҙәр бит. Ә минең өсөн иң ҙур бәхет – ул яҡындарым менән бергә булыу. Йәғни, Яңы йыл – беҙҙең өсөн тик ғаилә байрамы. Әллә ниндәй үҙенсәлекле йола-традицияларыбыҙ юҡ, өйҙө, шыршыны алдан биҙәйбеҙ, байрам көндө өҫтәл генә әҙерләйбеҙ. Берәй яңы кейем кейәбеҙ. Былтыр бөтәбеҙ ҙә бер иштән свитерҙар һатып алғайныҡ. Ә Яңы йылды ҡаршы алғандан һуң Салауат Юлаев майҙанына сығабыҙ” , – ти тележурналист Рәмзиә Кәримова.
“Башҡортостан” гәзитенең дуҫтарына һаулыҡ, именлек, уңыштар теләп, Рәмзиә ғаиләһенең яратҡан салат рецебын тәҡдим итте. “Әйткәндәй, салаттар эшләргә ныҡ яратам, йыл һайын Яңы йыл табынына мөсәл буйынса йыл хужаһын һынландырған салат яһарға ғәҙәтләнгәнмен. Ул өҫтәлгә йәм бирә, балаларға ла, үҙебеҙгә лә байрамса кәйеф өҫтәй”, – ти уңған хужабикә.
“Көнбағыш” салаты
“300 грамм тауыҡ итен бешереп турарға һәм тәрилкәгә йәйеп сығырға. Икенсе ҡатҡа 300 грамм тирәһе бәшмәкте майҙа ҡыҙҙырып һалырға, мин күберәк шампиньон һалам. Киләһе ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән өс йомортҡа. Уның өҫтөнә 100 грамм тирәһе ҡаты сыр һалырға. Һәр бер ҡат араһын майонез менән һылап барырға кәрәк. Артабан инде өҫтөнә йомортҡа һарыһы һибеп, зәйтүн емеше менән биҙәргә генә ҡала. Мин көнбағышҡа нығыраҡ оҡшаһын өсөн уны дүрткә бүлеп һалам да ситтәренә чипцылар ҡуям. Күреүегеҙсә, артыҡ мәшәҡәтле лә түгел.
Байрамдарығыҙ – мөбәрәк, күңелегеҙ түңәрәк, йәғни бөтөн булһын! Именлектә, һаулыҡта йыл артынан йылдар килһен, тормош гел алға барһын. Бәләкәй генә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ҙур күреп ҡабул итеп, һәр яңы көн, һәр матур мәл өсөн рәхмәтле булып йәшәйек!” – тип изге теләктәрен дә еткерҙе тележурналист.
Фото: Р. Кәримованың шәхси архивынан.
Читайте нас