Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Матур үтһен ялығыҙ
26 Декабрь 2020, 16:30
Иң шәп самауыр ҡайнатыусыға – 50 мең һум!
Самауырың бармы? Улайһа, Өфөлә үтәсәк ярышҡа рәхим итегеҙ! 50 мең һум бер кемгә лә артыҡ булмаҫ!
Баш ҡалабыҙ Өфө Яңы йыл алдынан күҙгә күренеп күркәмләнә. Уның төрлө урындарындағы биҙәлгән байрам ҡаласыҡтары, шыршылар, балҡып янған уттар һәр кемгә күтәренке кәйеф бүләк итә.
Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл каникулы осоронда Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ҡыҙыҡлы ярыштар, конкурстар үтәсәк. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа традицияға әйләнгән «Terra Zima» фестиваленә ярашлы, 2 ғинуарҙа Салауат Юлаев һәйкәле янындағы “Ватан” этнопаркында ҡышҡы һабантуй һәм самауырҙар конкурсы уҙасаҡ.
Самауыры булған кешеләр сәй ҡайнатыуҙа ярышасаҡ, еңеүсене 50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк көтә. Әгәр һеҙҙең самауырығыҙ булһа, әйҙәгеҙ, ярышҡа рәхим итегеҙ! Бының өсөн
www.terra-zima.ru
порталында теркәлергә кәрәк.
3 ғинуарҙа үтәсәк һәм Рәсәй шоу-бизнесы йондоҙо Анна Семенович етәкләйәсәк Ҡарһылыуҙар парады тураһында яҙғайныҡ. Был конкурстың төп еңеүсеһенә бүләккә 100 мең һум вәғәҙәләйҙәр.
Фото: litprichal.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"