Матур үтһен ялығыҙ
26 Декабрь 2020, 19:30

Кузнецов затонына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде

Акция 30 декабргә тиклем бара.

“#ЁлкиАрт. Һәр ихатала байрам” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә райондарҙа һәм ҡалаларҙа байрам саралары бара.
Сараның төп нөктәһе булған Өфөлә Кузнецов затонындағы Геологтар урамындағы 51-се һәм 51/1-се йорттар араһындағы майҙанда ошо айҡанлы байрам концерты үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһының Киров район хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Үмәрғәлин тәбрикләне.
– Быйылғы йыл бөтәһе өсөн дә бик ауыр, көсөргәнешле булды. Тарихтан билдәле булыуынса, беҙҙең халыҡ иң ауыр ваҡытта ла йыр-бейеү менән рухын күтәргән. Шуға ла бөгөн һеҙгә лә яҡшы итеп байрам итергә, күңелегеҙҙе күтәрергә һәм барлыҡ ауырлыҡтарҙы иҫке йылда ҡалдырырға, ә Яңы йылға тик шатлыҡтарҙы һәм бәхетте алып китеүегеҙҙе теләйем, – тине ул.
Тамашасылар алдында “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Ант” төркөмө, “Айтуған” башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо һәм әүҙем ҡатнашыусыларға тәмлекәстәр бүләк итте.
Ойоштороусылар һәм ирекмәндәр биҫтәнең әүҙемселәре, “Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһе педагогтары, “Ауаз” башҡоррт фольклор коллективы менән берлектә шыршы уйынсыҡтары, Яңы йыл декоры, битлектәре һәм гирляндалары эшләү буйынса квестар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Бөтә Рәсәй проектын “Таврида” резиденты һәм Рәсәйҙәге Ирекмәндәр үҙәге ассоциацияларының “Мәҙәниәт ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре Яңы йылға #ЁлкиАрт акцияһын ойоштора. Акция 30 декабргә тиклем бара.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: Өфө ҡала хакимиәтенән.
Читайте нас