Матур үтһен ялығыҙ
29 Декабрь 2020, 07:30

“Алтын балыҡ” аулау өсөн йылым кәрәкмәй!

Ҡармыш ауылы оҫтаһы Баязит Хәйруллин боҙҙан мөғжизәләр тыуҙыра.

Яңы йыл алдынан һәр кем киләсәккә яңы уй-хыялдар, пландар ҡора, теләктәр теләй. Уларҙың тиҙерәк ғәмәлгә ашыуын теләһәгеҙ, Раевкалағы “Алтын балыҡ”ҡа хәбәр итегеҙ! ”Әлшәй хәбәрҙәре” хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова уның ҡайҙа һеҙҙе көтәсәген яҡшы белә.
Алтын балыҡ тотоу өсөн диңгеҙгә барып, йылым ырғытыуҙың кәрәге юҡ. “Виктория” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә ул, бер нисә пингвин да янында. Бындай матур скульптураның идея авторы – комплекс директоры вазифаһын башҡарыусы Владимир Чибизов. Эскиздарын да ул үҙе эшләгән. Композицияны яһау өсөн ҡар һәм боҙҙан мөғжизәләр тыуҙырыу оҫтаһы - Ҡармыш ауылында йәшәгән Баязит Хәйруллинды саҡырғандар.
Боҙ һындар халыҡты үҙенә йәлеп итте, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бында фотоға төшөргә әүәҫләнде. “Алтын балыҡ” әлшәйҙәрҙең Яңы йыл теләктәрен һис һүҙһеҙ тормошҡа ашырыр, барып күрергә ашығығыҙ!
Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре”.
.
Читайте нас