Янғантау ауылының Үҙәк урамында ҙур-ҙур боҙ киҫәктәренән төҙөлгән боҙ тауы халыҡта ғәжәпләнеү тыуҙырған. Балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә хәүефле тауҙы кем өсөн эшләгәндәр икән? Йығылып төшөп, ҡул-аяғыңды һындырыуың, ҡәҙерле башҡайыңды ярыуың бик мөмкин. Хатта ҡарап тороуы ҡурҡыныс.
Исем өсөн генә эшләнгәне күренеп тора. “Салауат ерендә” гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бергә беҙ ҙә көрһөнөштөк, хәүефләндек һәм ҡотһоҙ тау эргәһендә машиналар тороуын, хатта шуға яҡын төҙөлөш ҡалдыҡтары өйөмөн күреп аптыраштыҡ. Боҙ ҡаласығы биләмәһе ҡоймалап алынмаған.
“Рәсәйҙә яңы ғына юғары рейтинг яулап, данға күмелгән шифахана урынлашҡан ауылда ошондай боҙ тауы һис тә һоҡланыу тыуҙырмай”, - тип Салауат районы халҡы фекерҙәрен белдереп, дәлилләп фотолар ебәргән.
Фото:”Салауат ерендә”гәзите.