Матур үтһен ялығыҙ
31 Декабрь 2020, 18:30

Урам карнавалдары ошолай үтһен!

Республиканың ҡала-ауылдарында Урам карнавалдары үткәрелде: майҙандарҙа Ҡыш бабай һәм әкиәт геройҙары сығыш яһаны.

Кисә республиканың ҡала-ауылдарында Урам карнавалдары үткәрелде: майҙандарҙа Ҡыш бабай һәм әкиәт геройҙары сығыш яһаны.
Бөтә саралар тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп үткәрелде. Уларға ярашлы, иң матур карнавал костюмына конкурс та уҙғарылды. Номинациялары төрлө муниципалитеттарҙа төрлөсә ине: “Урман әкиәттәре”, “Яңы йыл серпантины”, “Йыл символы”, “Китап һәм йәнһүрәт геройҙары” һәм башҡалар. Конкурстарҙы йомғаҡлау байрамын Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркында ойошторҙолар.
“Шуныһы шатлыҡлы: йылдың иң тылсымлы байрамы алдынан һәр бала әкиәт донъяһына сумыу мөмкинлеге алды”, – ти ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Наталья Каратаева.
"Иң матур карнавал костюмына конкурс беҙҙә йыл һайын үткәрелә, – ти Баймаҡ районының “Мәҙәниәт һәм ял үҙәге” учреждениеһы директоры Миңзифа Нәҙербаева. – Конкурсҡа әҙерлек алдан уҡ башлана, образдар эҙләнә, туҡыма һайлап алалар, төрлө аксессуарҙар эшләнә. Сарала ҡатнашҡандар барыһы ла лайыҡлы бүләк алды".
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас