Учалыла һәр йылдың беренсе көнөндә күптәр, түшенә өмөт, теләк, хыялдары яҙылған табличкалар элеп, "Вәғәҙәләр йүгереүе"ндә ҡатнаша.
Быйыл да йөҙҙән ашыу кеше ҡаланың саңғы-роллер трассаһына сыҡты, йәғни 2021 йылда ниҙәрҙер эшләргә үҙ-үҙенә вәғәҙә бирҙе. Күңелле сарала олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Теләк-хыялдары ла төрлө ине.
Мәктәп йәшендәге балаларҙың уй-теләктәре күберәк уҡыу менән бәйле булһа, олораҡтар һаулыҡ, оҙон ғүмер һораған. “Бәхетле булырға вәғәҙә бирәм!” тигәнерәк яҙыуҙар ҙа байтаҡ ине.
“Вәғәҙәләр йүгереүе”нән һуң шыршы эргәһендә дәртле йырҙар башҡарып, бер-береһенең уй-ниәттәре, хыялдары мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләне учалылар.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.