Яңы йылдың икенсе көнө күңел асыу сараларына бай булды. Мәҫәлән, “Торатау” конгресс-холының түбәнге майҙанында “Ҡышҡы һабантуй” гөрләп уҙҙы.
Унда балалар һәм өлкәндәр өсөн тематик уйындар, мауыҡтырғыс ял программаһы ойошторолдо: уҡ атыу, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, атта һыбай йөрөү...
Тирмә менән танышыу, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу һәм Ҡыш бабайҙан приздар алыу олоһона ла, кесеһенә лә оҡшаны. Республикала тәү тапҡыр ойошторолған самауырҙар конкурсы ла иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ә иртәгә баш ҡалала Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар парады уҙасаҡ. Уны билдәле эстрада йырсыһы Анна Семенович етәкләйәсәк. Ҡарһылыу булып кейенгән һәр кем парадта ҡатнаша ала. Тауышты иң күп йыйған Ҡарһылыу 100 мең һумлыҡ призға эйә буласаҡ.
“TERRA ZIMA” фестивале 4 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.