Матур үтһен ялығыҙ
3 Ғинуар 2021, 12:30

Әлшәйҙә кемдәр иң көслөһө?

Яңы йыл каникулдарында боҙ майҙансыҡтары буш тормаясаҡ, уйындарға рәхим итегеҙ!

Әлшәй хоккейсыларының оҫталығын, таҫыллығын һәр кем белә. Спорттың был төрөн үҫтереүгә районда бөтә шарттар бар.
Яңы йылдың тәүге көндәре хоккей уйындарынан башланды. Раевкалағы 2-се урта мәктәптең боҙ майҙаны күңелле сараларҙан гөрләп торҙо.
А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубының Бөтә Рәсәй ярыштарына ярашлы, район үҙәге мәктәптәренең өлкәндәр төркөмө араһында шайбалы хоккей буйынса ярыштар уҙҙы. Уйын ҡыҙыу барҙы, приздарҙы иң көслөләр яуланы. Беренсе урынға - Раевканың 2-се мәктәбе, икенсегә – М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, өсөнсө урынға Раевкалағы 4-се мәктәп спортсылары лайыҡ булды.
Төштән һуң тағы бер мауыҡтырғыс тамаша - “Боҙ шоуы” үтте. Үҫмерҙәр, йәштәр төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа көс һынашты, дәртле көйҙәргә бейеп рәхәтләнде.
"Яңы йыл каникулдарында спорт байрамдары һәр көн уҙасаҡ, боҙ майҙансыҡтарына, һырғалаҡтарға рәхим итегеҙ", - ти район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.
Резеда Хөсәйенова фотоһы.
Читайте нас