Матур үтһен ялығыҙ
4 Ғинуар 2021, 17:30

"Ҡап, балыҡ!"

Учалыла балыҡсылар ярышы булды. Был шөғөл мәлендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмайыҡ.

Учалылар Яңы йыл каникулдарын файҙалы, күңелле итеп уҙғара. Ҡалала һәм ауылдарҙа көн һайын төрлө саралар ойошторола.
Бөгөн ҡала быуаһында "Ҡап, балыҡ!" тип аталған ярыштар үтте. Өс тиҫтәләп кеше, бер ҙә көн һыуыҡ тип ҡурҡып тормай, сарала ихлас ҡатнашты. Балыҡсылар араһында йәштәр ҙә, тәжрибәле балыҡсылар ҙа бар ине. Әлбиттә, еңелеүсе булманы, һәр кем яҡшы кәйеф, Ҡыш бабайҙан иҫтәлекле бүләк алып ҡайтты.
Ҡышҡы балыҡсылыҡ – бик күңелле һәм мауыҡтырғыс шөғөл. Шулай ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмайыҡ. Норма буйынса, боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн уның ҡалынлығы кәмендә 10-12 сантиметр булырға тейеш. Саңғы менән сығаһығыҙ икән, аяҡ кейемен саңғының нығытмаһынан ысҡындырырға кәрәк. Шулай уҡ таяҡтарҙың бауын да ҡулдан ысҡындырыу дөрөҫ булыр. Рюкзакты бер яурынға ғына аҫырға кәрәк. Ҡая аҫтынан сығып, йылғаларға ҡойған шишмә һыуҙары йылыраҡ, шуға күрә ул тирәлә боҙ һәйбәтләп туңмай, туңһа ла, бик йоҡа була.
Балыҡ тотоу өсөн боҙҙа тишектәрҙе бер урында күп тишергә ярамай. Шулай уҡ күмәк кешенең яҡын урынлашыуы ла дөрөҫ түгел. Һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метр оҙонлоҡтағы ныҡлы бау алып йөрөргә тейеш.
Ғөмүмән, боҙҙа бик һаҡ булырға кәрәк.
Фото: Учалы ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас