Матрай ауылының быуаһы бөгөн республикабыҙҙың Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура райондары һәм Баймаҡ, Сибай, Ырымбур ҡалалары балыҡсыларын бергә йыйҙы. Ярышта ирҙәр менән бер рәттән балыҡ тоторға әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа ҡатнашты.
Һәүәҫкәр балыҡсыларҙың һәр береһе яйлыраҡ урын эҙләргә тырышты. Боҙ майҙаны ярыш аренаһына әүерелде. Балыҡсылар ҡарашы мәкегә текәлһә, жюри ағзалары уларҙың табышын иҫәпләне.
Йылайыр ауылы балыҡсыһы Александр Димитровҡа еткән кеше булманы, икенсе урынға Баймаҡ районының Темәс ауылынан Рәфис Сәлихов, өсөнсөгә Яманһаҙҙан Кинйәғәле Сөләймәнов лайыҡ булды. Иң ҙур балыҡты эләктергән Фуат Ҡаһарманов та, ҡармағына иң бәләкәй балыҡты ҡаптырған Василий Андреевский ҙа жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Иң йәш балыҡсы Нуриман Рәмов һәм иң олоһо Николай Серков та ярышта һыр бирмәне.
Мәке уйыу буйынса иң етеҙҙәр ҙә билдәләнде. Оҫталыҡ буйынса Йылайыр ауылынан Максим Алонцевҡа еткәндәр табылманы. Балалар өсөн дә призлы урындар билдәләнде.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡышҡы күңелле сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән янғын һүнлереү часы һәм ДОСААФ бүлексәһе етәкселәренә, ҡайнар сәй һәм ялан кухняһы менән тәьмин иткән Матрай ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә, жюри ағзаларына ҙур рәхмәт белдерҙе. Эш бит нисә бөртөк балыҡ ҡаптырыуҙа түгел. Саф һауала булыу, таныштарың менән осрашыу, аралашыу шатлығы барыһынан да ҡиммәтерәк хәҙер.