Матур үтһен ялығыҙ
6 Ғинуар 2021, 13:40

Кремль шыршыһы - яңыса

"Кремль шыршыһы"н теләгән һәр кем ҡарай алды.

“Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Кем Яңы йылды уйлап тапҡан” Яңы йыл спектакле Кремль һарайынында тамашасыһыҙ ойошторолдо һәм 31 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 18.00 сәғәттә “Карусель” каналында күрһәтелде. Шуға ла уны теләгән һәр кем телевизор аша ҡарай алды.
Уны ҡуйыуға Мәскәүҙең театр һәм кино артистары, Рәсәйҙең Акробатика буйынса йыйылма командаһы, спорт рок-н-роллы буйынса донъя һәм Европа чемпиондары йәлеп ителде.
Кремль шыршыһы 7 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса 19.30 сәғәттә һәм 13 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса 17 сәғәттә ҡабатлап күрһәтеләсәк.
Фото: ferma-biz.ru
Читайте нас