Матур үтһен ялығыҙ
8 Ғинуар 2021, 20:00

Ҡатын-ҡыҙҙар сәкән һуҡты

“Боҙло туп” тип аталған турнирҙа ҡайһы команда еңеү яуланы?

Яңы йыл каникулдарында хужабикәләргә эш тағы ла күбәйә. Яҡындарын тәм-том менән һыйлау өсөн күпселек ҡатын-ҡыҙ аш-һыу бүлмәһенән сыға алмай.
Ә бына Учалы ҡатын-ҡыҙҙары, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙға арынып, быйма кейеп сәкән һуҡты.
“Боҙло туп” тип аталған турнирҙа район хакимиәте, уның мәғариф бүлеге, Абҙаҡ, Мансур ауылдары хакимиәттәре, ҡаланың 3-сө лицейы ҡатын-ҡыҙҙары командалары ҡатнашты. Алыш ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә Абҙаҡ командаһы еңеүсе булды. Башҡалар ҙа буш ҡул менән ҡайтманы: барыһы ла Ҡыш бабай бүләге һәм яҡшы кәйеф алып таралышты.
Фото: Учалы район хакимиәте сайты.
Читайте нас