Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылды Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итте. Ошо нигеҙҙә белем усаҡтарында бихисап саралар ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн Бишбүләк районының Уҫаҡкисеү ауылы мәктәбендә Һаулыҡ көнө үтте.
– Хәрәкәттә – бәрәкәт тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, 1-4-се класс уҡыусылары менән саф һауала төрлө уйындар уҙғарҙыҡ, – тип һөйләй Уҫаҡкисеү мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары. – Оҙон һәм ҡыҫҡа араға йүгереү, ҡулса аша үтеү, сәкән менән туп йөрөтөү, бүтән төрлө ҡаршылыҡтарҙы уҙыу һәм башҡа ярыштар уҙҙы. Ҡыҫҡаһы, ваҡытты һәр кем файҙалы үткәрҙе.
Вәсилә Хажинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге уйындар физкультура дәресенән айырылып тора, сөнки бында бөтәһе лә үҙен иркен тотҡан. Ул шундай туғыҙ йәшлек ҡыҙҙы миҫал итеп килтерҙе.
Фото: Бәйләнештә селтәренән.