Матур үтһен ялығыҙ
23 Ғинуар 2021, 13:00

“Сүсинкәләр менән бәрештек – күңелле булды!”

"Быйма байрамы" самауыр шыжлатып, күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды. Ҡармыштар ял итә белә!

Һалҡындарҙа аяҡтан төшмәгән быйманы халыҡ борондан бик яратып ҡәҙерләп кейгән. Ҡышҡы селләлә унан да ышаныслы кейем юҡ. Һарыҡ йөнөнән оҫтаның йылы ҡулдары менән әүәләп эшләнгән быймалар кешегә көс, күңел тыныслығы бирә, һаулыҡты һаҡлай.
Бөгөн Әлшәй районының Ҡармыш ауылындағы мәҙәниәт йорто майҙаны гөрләп торҙо, “Быйма байрамы” олоһон-кесеһен күңелле тамашаға йыйҙы. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетмәне улар был аяҡтан төшмәгән ғәҙәти кейем тураһында.
Халыҡ уны төрлөсә атап йөрөткән: кәптә, кейеҙ галуш, кейеҙ ҡата... Ә бына йоҡа ғына итеп баҫтырылған ҡупшы быйманы “сүсинкә” тип иркәләп атап йөрөткәндәр.
Әлшәйҙәр байрамда “Быйма бәрешеү”, “Быймалы саңғыла ярыш”, “Арҡан тартыу” конкурстарында дәррәү ҡатнашып күңел асты. Ижади коллективтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Байрам самауыр шыжлатып, күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды. Ҡармыштар ял итә белә!
Фото: Әлшәй районы хакимиәте.
Читайте нас