Йәмле Әй йылғаһы буйын төйәк иткән Мәсәғүт ауылы – республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары өсөн баш ҡала һанала. Тап бында төрлө белем усаҡтары бар, бер нисә баҙар асылған, ҙур предприятиелар табышлы эшләй. Ҡыҫҡаһы, һәр кем Мәсәғүткә килергә атлығып тора.
– Йыл аҙағына был урында, Аллаһ бирһә, өр-яңы социаль йорт барлыҡҡа киләсәк, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев “Бәйләнештә” социаль селтәрендә. – Бөгөн бында йорттоң нигеҙе өсөн ер ҡаҙыла башланы, Светлая урамында 30 фатирлы йорт буласаҡ.
Ысынлап та, торлаҡ йорттар төҙөлөү арҡаһынд Мәсәғүт ауылының биләмәһе киңәйҙе, инфраструктураһы үҫте, үҙ сиратында, халыҡ бында төрлө йомош менән генә түгел, ә киләсәкте күҙаллап, йәшәргә күпләп килә, айырыуса, йәштәр нигеҙ ҡора.
Әйткәндәй, тырыш һәм халыҡ мәнфәғәтендә ныҡышмал эшләүсе Фаил Мөхәмәҙиевтың бөгөн тыуған көнө! Беҙ ҙә, Фаил Рафаэль улын күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бөтә маҡсаттарының да тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.