Матур үтһен ялығыҙ
28 Ғинуар 2021, 11:15

Рөстәм Рахманғолов сәләмәт тормош яҡлы

Башҡортостанда 2021 йыл – Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде.

Башҡортостанда 2021 йыл – Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Был йәһәттән республикабыҙҙа төрлө спорт саралары йыш ойошторола. Бөгөн тыуған көнөн билдәләгән Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов та сәләмәт тормош яҡлы, физик күнегеүҙәр эшләүҙе көн дә ғәҙәткә әйләндергән. Ул әйтеүенсә, спорт менән даими шөғөлләнгәндәр, ғөмүмән, әүҙем тормош алып барғандар бүтәндәргә һәр йәһәттән дә өлгө.
– Беҙҙә баскетбол буйынса Юрий Гагарин исемендәге Кубок өсөн Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы беренселегенең муниципаль этап ярыштары үтте, – тип яҙған “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. – Бәйге Стәрлебаш ауылының 2-се мәктәбендә һәм Мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Бөтәһе ҡыҙҙарҙың – алты һәм егеттәрҙең ете командаһы ҡатнашты. Районда йәш быуындың спортҡа ылығыуы, мәктәп уҡыусыларының физкультура дәресенә теләп йөрөүе шатландыра.
Күркәм юбилейы айҡанлы Рөстәм Рахманғоловҡа ҡотлауҙар килеүен дауам итә. Беҙ ҙә Рөстәм Камил улын тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас