Осорҙо башлаған эште тамамлауға арнағыҙ. Әлегә тиклем ҡул теймәгән мәсьәләләр уңышлы хәл ителер. Үткән тормошоғоҙға байҡау яһағыҙ: кәрәкмәгән нәмәләрҙән арынырға кәрәктер, бәлки.
Дүшәмбе һәр йәһәттән уңыш йылмайыр, етәкселек алдында үҙегеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге тыуыр. Кесе йомаға тиклем һөнәри бурыстарҙы үтәгәндә иғтибарлы булығыҙ.
Эшлекле һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр төҙөү, реклама кампаниялары ойоштороу өсөн уңышлы аҙна. Шаршамбынан башлап осор аҙағына тиклем аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе кисектереп торорға кәңәш ителә.
Аҙнаның тәүге көнөндә бер аҙ аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Борсолмағыҙ, был ваҡытлы ҡыйынлыҡ. Хис-тойғоларығыҙҙы “ауыҙлыҡларға” тырышығыҙ, үҙегеҙгә генә зыян килер. Йомаға хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Осор бер аҙ көсөргәнешле булмаҡсы. Шишәмбенән кесаҙнаға тиклем бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Аҙна аҙағына алдығыҙҙағы кәртәләр үҙ-үҙенән юҡҡа сығыр.
Аҙнаның иң һөҙөмтәле көнө – дүшәмбе. Уны файҙаланып ҡалығыҙ. Өмөтлө танышлыҡ көтөлә. 13-өндә иғтибарығыҙ бер аҙ тарҡау булмаҡсы, документтарҙа хата ебәреп ҡуймағыҙ.
Һеҙҙе уңышлы осор көтә, айырыуса дүшәмбе шәхси тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғар булыр. Шаршамбы һәм кесаҙна мул ғына килем алыу мөмкинлеге бар, әүҙемлек күрһәтегеҙ.
Дүшәмбе ең һыҙғанып эшкә тотоноғоҙ, табыш алыу мөмкинлеге ҙур. Был көндә шулай уҡ эшлекле һөйләшеүҙәр уңышлы үтер. Осор уртаһында өйҙәгеләр менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлек көтөлә.
Аҙнаның тәүге көндәрен һөнәри эшкә һәм финанс мәсьәләләрен хәл итеүгә арнарға тырышығыҙ. Йомаға тиклем һөйләшеүҙәр уңышлы үтер. Осор аҙағы бер аҙ көсөргәнешле булмаҡсы, үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ.
Ни тиклем әүҙем булһағыҙ, шул тиклем ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Шишәмбе йәки кесаҙна мул ғына аҡса кереме көтөгөҙ. 13-өндә күптәнге мәсьәлә һеҙҙең файҙаға хәл ителер.
Шишәмбенән кесаҙнаға тиклем һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Эш эҙләгәндәргә эш тәҡдим итерҙәр, йүнселдәр отошло килешеү төҙөр. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңырһығыҙ.
Аҙна башында ярҙамға йәки кәңәшкә мохтажлыҡ кисерерһегеҙ, моғайын. Шулай ҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Яңы шөғөл тәҡдим итерҙәр, тәүәккәл булығыҙ. Аҙна аҙағына бүләк алып ҡыуанырһығыҙ.