Бөтә яңылыҡтар

Актерҙар байрам кәйефе өләшә

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары күңелле тамаша ойошторған: театр эргәһенән үтеп барған һәр ҡатын-ҡыҙға ләлә сәскәләре бүләк иткәндәр.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары күңелле тамаша ойошторған: театр эргәһенән үтеп барған һәр ҡатын-ҡыҙға ләлә сәскәләре бүләк иткәндәр.
Сара “Һеҙҙең өсөн, ҡәҙерлеләребеҙ!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткән. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Салауат Нурисламов менән Дмитрий Гусев, актерҙар Ильяс Хәсәншин һәм Заһир Яруллин ҡатын-ҡыҙҙарға байрам кәйефе, гөлләмәләр шәлкеменә ҡушып шиғырҙар һөйләне.
Әлеге акция 8 март байрамы алдынан Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрендә үтә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры иһә республиканың бөтөн ҡатын-ҡыҙҙарын да байрам менән тәбрикләй. Яҙ – көндәлек тормошоғоҙға сағыу биҙәктәр, бәхет, еңеллек алып килһен тип теләй актерҙар!

фото: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сайтынан алынды.
Читайте нас: