“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нә рәхим итегеҙ!

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан Юлдаш телеканалында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тапшырыуы бара.

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан Юлдаш телеканалында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тапшырыуы бара.
Был көндә тамашасыларға белгестәр кәңәштәре, билдәле йырсыларҙан йыр-моңдар тәҡдим итәсәктәр.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль үҫеше өсөн берләшмә туплауға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Күмәк саралар үткәреүҙе сикләүгә бәйле сараны үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Хәҙер өс сәғәтлек телемарафон тура эфирҙа уҙғарыла! Тапшырыу майҙансығы – республиканың төп телеканалы “БЮТ”.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсоған темаларға һөйләшеүҙә терапевт, нефролог, диетологтар сәләмәт туҡланыу, матурлыҡ серҙәре менән уртаҡлаша.
Читайте нас