Иғтибар: тауыш биреү тамамланыуға бер тәүлек ҡалды

Конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә уңыштар теләйбеҙ!

“Башҡортостан” гәзитенең Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Бәйләнештә"ге төркөмөндә иғлан иткән конкурсы тамамланыуға бары тик бер генә тәүлек ҡалды. Конкурс 1 мартта старт алғайны, иртәгә – 7 мартта киске 23.00 сәғәттә тауыш биреү тамамланасаҡ.
Шуға ла һеҙҙе конкурста әүҙем ҡатнашырға, тауышығыҙҙы йәлләмәҫкә саҡырабыҙ. Был осраҡта райондың берҙәмлеге лә сағыла ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 12 гүзәл зат “БУЛДЫҠЛЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ” исеме өсөн көрәшә. Улар тураһында тулы мәғлүмәт гәзиттең сайтында ла, төркөмөндә лә бар, яҡындан таныша алаһығыҙ.
Конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә уңыштар теләйбеҙ! Әммә беҙҙең теләк кенә әҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп тауыш йыйһын, күңелдәре күтәрелһен өсөн һеҙҙең ярҙам да кәрәк.
Бының өсөн:
  • "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға;
  • Ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;
  • Лайыҡлы тип тапҡан гүзәл зат өсөн тауыш бирергә генә кәрәк.
  • Нәсих Хәлисов коллажы.
    Читайте нас