Гөлмәҙинә ҡарсыҡҡа махсус заказ менән комод килтерҙеләр. Өйгә индергәс тә, тәпәшлеген күреп, ҡарсыҡтың ҡаштары йыйырылды. Ә инде төҫөн күргәс, бөтөнләй боролоп уҡ китте. Күпселек өлөшө ул яратмаған көл төҫөндә, ҡырыйҙағы ишеге, тартмалары ҡара көрән ине. Көсләшеп булһа ла, йоҡо бүлмәһенә урынлаштырҙылар. Шул саҡта уның ризаһыҙлығы хатта йөҙөнә бәреп сыҡҡайны. Күҙенең ағын әйләндереп, тағы бер ҡарағас:
– Аһа, аһа, ҡарасы, ҡара, – тип ҡорт саҡҡан кеүек ҡысҡырып ебәрҙе, – бының бит ишеге ҡыйыш. Тайыш-тойош нәмә килтергәнһегеҙ, мәсхәрә итеп. Кәрәкмәй, кәрәкмәй, хәҙер үк кире алып китегеҙ.
Гөлмәҙинә ҡарсыҡ, енләнеүенән ни эшләгәнен дә белештермәй, өҫтәлдәге һауыт-һабаны бер урындан икенсеһенә күсереп, шарт та шорт килде.
Ҡарты менән инде күптән ғаиләле булып бөткән улы аптырап ҡалды. Ахырҙа Айрат:
– Әсәй, уның дизайны шундай, хәҙерге мода, – тип хәлде йомшартырға тырышты. Был һүҙҙәрҙән һуң ҡарсыҡ ҡыҙа ғына төштө:
– Миңә мудаһы ла, дузаһы ла кәрәкмәй. Үҙем теләгәне булмағас! – ул елдертә баҫып, комодтың өҫтөн ҡайҙандыр эләктереп өлгөргән сепрәк менән ҡаплап уҡ ҡуйҙы. Күҙенә күренеп ултырмаһын, йәнәһе. Ҡарты көмһәнләп икенсе бүлмәгә тайыу яғын ҡараны.
– Ярай, ярай, әсәй, асыуланма, улай оҡшамағас, берәй нәмә уйларбыҙ инде, – тип күңеле төшкән Айрат та ишеккә йүнәлде.
Гөлмәҙинә – етмеште уҙған ауыл ағинәйе. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, заманса йәшәргә тырышып ятҡан көнө. Ул компьютерҙы ла яҡшы белә. Үҙе әйткәнсә, һыуҙағы балыҡ кеүек йөҙә. Бынамын тигән ҡиммәтле кеҫә телефонын да йөрөтә. Ғүмер үтеп бара, өлгөрөп ҡалайым тигәндәй, бар яҡшы нәмәнән дә ҡалышмай.
Ә бына комодҡа торҙо ла бәйләнде. Унан алда ғына ҡарты өс метр бейеклегендәге шифоньер килтертеп аптыратҡайны. Бысып, кипсәп өйгә саҡ һыйҙырҙылар, хатта ҡаланан мастер саҡыртырға тура килде. Бөгөн килеп комоды! Инәй уларҙың төрлөһөн күргәне бар, әлбиттә. Көҙгөлөһөн, кәштәлеһен, матур тотҡалыһын... Төҫтәре лә күҙҙең яуын алып тора. Ә был нимә?! Көҙгөһө лә, кәштәһе лә юҡ, ҡарар күҙгә ялтырап та тормай. Тотҡа урынына уйымдар ғына. “Ах, үҙем сыға алмай ғына ултырам шул. Ҡороғор был вирустары бөтөн ҡапҡаларҙы бикләне”, – тип хәҙер үк сығып йүгерерҙәй булып үрһәләнде.
Ә комод бик шәп ине! Ныҡлы имән ағасынан эшләнгән, ҡайҙа ҡуйһаң, шунда туламай ғына ултыра. Биҙәлеше лә бынамын тигән. Тик бына бәлә! Гөлмәҙинә ҡарсыҡтың хыялына тап килмәй шул! Эйе, эйе, был турала ул күптән хыял итте.
Был ваҡытта инәйҙең балалары ла “Нишләргә икән?” тип баш ватты. Заказ менән килгән йыһазды кире тапшыра алмайҙар. Интернет аша һатып ҡарайыҡмы әллә, тигән фекергә лә килеп ҡуялар ине.
Төн етте. Ҡарты йоҡоға талғас ҡына, ҡарсыҡ шым ғына комодтың сепрәген асты. Үҙе ҡаршыһында торған диванға арҡаһын терәп ултырып алды. “Әллә ысынлап та мудамы икән, дузаһы нимә була икән? Аңын-төңөн белмәй баш тарттыммы, юғиһә” тигән икеле-микеле уйҙары йөрәген тырнаны. Төн йоҡоһо ҡасты. Ә уйҙары ҡарсыҡты алыҫ бала сағына алып китте...
Гөлмәҙинәнең хәтеренә уйылып ҡалған ул көндә олатайҙарына әсәһе менән ҡунаҡҡа барғайнылар. Ишектән инеүгә: “Бына, ҡыҙым, һарыҡ һатып, Биләрәттән комод килтерҙем әле”, – тип уларҙы түр яҡҡа әйҙүкләне ҡарт. Унда күҙҙең яуын алырҙай матур комод ултыра ине. Һап-һары ғына төҫтә, лагы ла ялтырап тора, дүрт оҙонса тартмалы. Һәр тартмаһына икешәр семәрле тотҡалар ҡуйылған, хатта биктәре лә бар. Ах, нисек күҙе ҡыҙғайны Гөлмәҙинәнең. Китә алмайынса эргәһендә оҙаҡ торҙо. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа бындай йыһаз тураһында хыял итерлек кенә ине. Ә хәҙер аҡсаң ғына булһын, өйөңә килтереп үк бирәләр. Тик теге комодтарға етеү ҡайҙа! Күҙ ҡырыйы менән генә үҙенекенә ҡарап алды. Эх, хыял иткән комод түгел шул...
Таң атты. Инәй сепрәкте кире яба һалып, сәй табыны әҙерләргә тотондо. Шул саҡта өтәләнеп ҡыҙы килеп инде. Ишектән үк:
– Әсәй, комодты мин алам. Бөтә яҡлап та залдағы йыһаздарыма тап килеп тора. Тик әлегә аҡсам юҡ, бер айҙан ғына бирермен инде, – тип хәбәр һалды. Комодтың матурлығына һоҡланып, тегеләй ҙә, былай ҙа тикшереп, ах та ух килде. – Кейәүең менән ҡайҙа урынлаштырырға икәнен дә уйлашып ҡуйҙыҡ. Шәп буласаҡ.
Ҡыҙын хайран ҡалып күҙәтеп торған Гөлмәҙинә ҡарсыҡты ҡапыл алмаштырҙылармы ни?!
– Атаҡ, атаҡ, ҡалайыраҡ килеп йәбештең, әҙергә хәҙер. Юҡ инде, эштәр былайға киткәс, һатмайым. Ағайың юҡҡа “мудный ҙа дузаный” тимәгәндер әле. Бөтә арыу нәмә һеҙгә тигәнме әллә?! Аҡсаһын да бер айҙан һуң бирә алмай ҡуйһаң. Һинең сығымдарың бөтәме? Күҙ өйрәнер әле.
Һатмайым тигәс, һатмайым, – ҡарсыҡ йәһәтләп, иҫке сепрәкте ала һалды, комодын хатта һыйпап ебәрҙе. Инде уға ул бик тә матур күренде. Ҡыҙы күтәреп алып сығып китмәһен, тигән кеүек йоҡо бүлмәһенең ишеген шартлатып ябып уҡ ҡуйҙы. Көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып торған Мәрйәм:
– Дузаный түгел, әсәй, дизайны. Төҙөлөшө, биҙәлеше тигән һүҙ. Ярай, ярай, һатмаһаң, һатмайһың инде. Мин һис кенә лә болашмайым. Үҙең бит, кәрәкмәй ҙә кәрәкмәй, тип яр һалдың. Шуға ғына, – тип ыңғайына һыпыра һалды.
– Әйтһә ни, етмеште уҙған әсәйегеҙ бала холҡона инеп бөткән инде. Сығынлай ҙа китә. Йә, ярай, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ, – тип көлә-көлә табынға саҡырҙы.
Был ваҡытта залдан күренгән атаһына Мәрйәм күҙ ҡыҫты, йәнәһе, хәйлә килеп сыҡты бит. Кәләше менән комодты үҙебеҙгә алайыҡ та ҡуяйыҡ, тип килешкән Айрат та килеп инде. Барыһының да шат йөҙҙәрен күреп, мәсьәләнең хәл ителеүен аңланы һәм: “Комод сәйе тәмле булһын!” – тип ауыҙын йырҙы.