Аҙна башы карьера өсөн хәл иткес осор. Етәкселек менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Һәләтегеҙҙе тулыһынса күрһәтһәгеҙ, ыңғай һөҙөмтәһен бик оҙаҡ тойорһоғоҙ. Кесаҙнала көсөргәнешкә юл ҡуймағыҙ, бәхәсләшмәгеҙ.
Яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙы бер аҙ кисектереп тороғоҙ, аҙым һайын ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Етәкселектең күрһәтмәһен теүәл һәм ваҡытында үтәргә тырышығыҙ. Аралашҡанда күберәк тыңлағыҙ, аҙыраҡ һөйләгеҙ.
Һөнәри эшмәкәрлектә лә, бизнеста ла, мөхәббәттә лә әллә ни көс һалмайынса уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Аҙнаның тәүге яртыһын кәрәкле кешеләр менән аралашып, икенсеһен яҙмыш бүләктәрен йыйып үткәрерһегеҙ. Йәкшәмбе лотереяла отоуығыҙ ихтимал.
Дүшәмбе бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Мөмкинлек булһа, эшлекле аралашыуҙарҙы кисектереп торорға кәңәш ителә. Осор мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу өсөн ҡулай. Иң мөһиме – өйҙә яңғыҙ ултырмағыҙ. Аҙна аҙағында мөһим һөйләшеү булыр.
Эштәрегеҙ бер аҙ тотҡарланып торор, моғайын. Борсолмағыҙ, был ваҡытлыса ғына. Бер аҙ ял итеп алығыҙ, ҡиәфәтегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, һаулығығыҙҙы нығытығыҙ. Тәбиғәт ҡосағына сығыу ҙа зыян итмәҫ.
Аҙна башында һәр йәһәттән илһам килер, хатта көндәлек эштә лә. Кесе йомала ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмаһағыҙ, кисектереп тороғоҙ. Бер аҙҙан ул үҙенән-үҙе яйға һалыныр. Йомала кисектергеһеҙ мәшәҡәт тыуыуы ихтимал.
Һәләттәрҙе тормошҡа ашырырға, ижади ҡеүәтте тулыһынса файҙаланырға ваҡыт етте. Иҫке проблемаларға яңыса ҡараш тыуыр, яңы эшкә күсеүегеҙ ихтимал. Шаршамбыла – яҡшы яңылыҡ, кесаҙнала файҙалы хеҙмәттәшлек көтөгөҙ.
Яҡын киләсәккә пландар ҡороу осоро. Дүшәмбе эшлекле осрашыу файҙалы һәм табышлы булыр. Аҙна уртаһында күптәнге мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Ғаилә тормошонда етди үҙгәрештәр күҙаллана, яҡындарығыҙға иғтибарҙы йәлләмәгеҙ.
Был аҙнала аҙ ғына тырышлыҡ та ҙур һөҙөмтә бирер. Уйлағанығыҙ алдығыҙға килә торған мәл етте. Был йәһәттән дүшәмбе айырыуса уңышлы булыр. Шәмбе ҡомарлы ғәмәлдәрҙән баш тартыу хәйерле.
Аҙна ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Мөһим осрашыуҙарҙы һәм эштәрҙе шишәмбегә, шаршамбыға планлаштырығыҙ. Аҙна аҙағына мәшәҡәттәр артып киткәндәй тойолор. Алыҫтан ҡунаҡ килеүе лә ихтимал.
Аҙна буйы кәйефегеҙ шәп булыр. Шәхси тормошоғоҙға, мөхәббәткә ҡағылышлы ниндәйҙер мәсьәләнең хәл ителеүе ихтимал. Һөнәри эшмәкәрлектә лә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙгә ышанысты юғалтмағыҙ.
Дүшәмбе аҡса кеременә иҫәп тоторға, ҙур ғына әйбер, кредит, ипотека алырға мөмкин. Аҙна уртаһында яңы вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Яңы таныштарығыҙ сетерекле мәсьәләлә ярҙамға килер. Эшҡыуарҙар өсөн осор бик файҙалы үтер.