Финалға үткән 12 һылыу араһында республикабыҙҙың ике уңған, ҡыйыу ҡыҙы барлығы һөйөндөрә. Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Анастасия Проломова һәм Өфө дәүләт нефть техник университетынан Нурия Бакирова Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Улар тәүге һынауҙарҙы – фотосессия, орфографик диктант, әҙәби тест, дефиле - уңышлы үткән.