Матур үтһен ялығыҙ
23 Апрель 2021, 13:57

ЙОНДОҘНАМӘ (26 апрель – 2 май)

ҠУҘЫ

Алдығыҙҙа ҡатмарлы, әммә үтәрлек бурыс тора. Яҡын­да­рығыҙ, дуҫтарығыҙ, хатта таныш булмаған кешеләр алдында ла абруйығыҙ бермә-бер артыр. Эшегеҙҙә юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре ихтимал.
БУҒА

Уңышлы аҙна көтә. Кәйе­фегеҙ шәп булыр. Төртмә телле кешеләрҙең һүҙенә, ваҡ-төйәк хаталарға иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. 27-һенән 29-ына ҡарай төндә теләгән теләктәрегеҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр.
ИГЕҘӘКТӘР

Аҙна аҙағына тәғәйенләнгән эшлекле осрашыуҙы нисек бул­һа ла кисектереп тороғоҙ. Мөм­кинлектәрегеҙҙе һәм башҡалар­ҙың ихтыяждарын тейешенсә баһалап еткермәүегеҙ ихтимал. Иңегеҙгә ҙур бурыс алмағыҙ.
ҠЫҪАЛА

Һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Тик уларҙан башығыҙ әйләнеп, мөһим мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырып ҡуймағыҙ. Айырыуса юлда, халыҡ күп йыйылған ерҙә һаҡ булығыҙ.
АРЫҪЛАН

Бер аҙ ял итеп алыу зыян итмәҫ. Мөмкинлек юҡ икән, эштәге көсөргәнешлекте кәме­тегеҙ. Һөҙөмтәһеҙ, күңелһеҙ ара­лашыуҙарҙы сикләгеҙ. Насар нәмә тура­һында уйламаҫҡа тырышығыҙ.
ҠЫҘ

Дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштә­регеҙ дәғүә белдереүе ихтимал. Бының сәбәбен үҙегеҙҙән эҙләгеҙ: һуңғы арала кешене йыш тәнҡитләйһегеҙ түгелме? Ғөмүмән, был аҙнала күп һүҙ һөйләмәҫкә кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ

Ваҡсыл булмағыҙ, ҡайһы саҡта дөйөм ҡағиҙәләрҙән тайпылырға мөмкин. Туҡланы­уығыҙға иғтибар итегеҙ. 29 ап­релдә мөһим яңылыҡ йәки бүләк көтөгөҙ. Ул һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы булмаҡсы – кәйефегеҙ күтәрелер.
САЯН

Яҙмышты хәл иткес хәбәр көтөгөҙ. Әүәлге танышта­ры­ғыҙҙың тормошоғоҙға ҡайтанан килеп инеүе бар. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Байрам көндәрендә һаулығығыҙҙы ла хәстәрләү зыян итмәҫ.
УҠСЫ

Артыҡ әйберҙәрҙән ҡото­лорға ваҡыт. Торлағығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Эшегеҙ­ҙәге мәсьәләләр тураһында бер аҙ онотоп торһағыҙ ҙа була, унда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.
ЫЛАҠ

Шатлыҡтарға бай аҙна. Һеҙгә бер генә кәңәш – хис-тойғола­ры­ғыҙҙы барыһына ла асып бармағыҙ. Айырыуса эш урынында үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ: алдаҡсылар, көнсөлдәр етерлек.
ҺЫУҒОЯР

Күптән борсоған мәсьә­ләләр үҙенән-үҙе хәл ителә башлар. Шәхси тормошоғоҙ тураһында берәүгә лә һөй­ләмәҫкә кәңәш ителә – көнсөлдәр күп, ә бына эш пландарығыҙ менән уртаҡлашырға ла була.
БАЛЫҠ

Ыңғай үҙгәрештәр мәле. Һеҙ уларҙы күптән көткән­һегеҙҙер, моғайын. Хәҙер иһә емештәрҙе татырға ваҡыт етте. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, тик аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тотонһағыҙ ине.
Читайте нас